Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2018, 10:35

Баш мөхәррир һүҙе

“Йәйғор”ға Шишмә районының “Дим буйы” гәзите лә ҡушылды.

Күҙ асып йомған арала тағы бер йыл тарих булып ҡалды. Алға өмөттәргә йәшәү биреп, ергә өр-яңы йыл тыуҙы.


2017 йыл да, үткәндәре кеүек яҡшы ваҡиғаларға, иҫтәлекле осрашыу мәлдәренә, ҡыҙыҡлы яңылыҡтарға бай булды. 2016 йылдың 1 июленән айына бер тапҡыр сыҡҡан һигеҙ битле төбәк-ара ижтимағи-сәйәси “Йәйғор” гәзите Благовещен, Өфө, Иглин, Нуриман райондарында таратылыуын дауам итте. Ошо аҙ ғына арауыҡта халыҡ яратып өлгөргән был баҫмала дүрт районда йәшәгән күпме кешенең яҙмышы һүрәтләнгән мәҡәләләр, күпме яңылыҡ донъя күрҙе, яҡташтарыбыҙҙың ижади емештәре – шиғыр-хикәйәләре баҫылды. Гәзитебеҙҙе күп йылдар алдырып уҡыған, уның менән даими хәбәрләшеп торған гәзит уҡыусылары-быҙға беҙ оло рәхмәтле. Быға тиклем бергә булдыҡ, артабан да “Йәйғор” менән дуҫлығыбыҙҙы өҙмәҫкә тырышайыҡ.

Тормош булғас, төрлө хәлдәр булып тора. Үҙгәрештәрҙән һуң йәшәйеште яңы ваҡиғалар солғап ала. Быйылғы йылдың беренсе ярты йыллығынан “Йәйғор”ға Шишмә районының “Дим буйы” гәзите лә ҡушылды. Бер-береһенә күрше генә урынлашҡан, ерҙәре менән сиктәш булған райондарҙағы хәл-ваҡиғалар, матур ғаиләләр, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһендәге яңылыҡтар һеҙҙе ҡыҙыҡһындырмай ҡалмаҫ тип ышанабыҙ.

Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ, һеҙ “Йәйғор”ҙо уҡып ҡына ҡалмай, беҙгә уй - фекер, тәҡдимдәрегеҙҙе лә еткерерһегеҙ тип ышанабыҙ. Төбәк-ара баҫма һәр ауылда үҙенең даими уҡыусыһын табыр, гәзитебеҙ бай йөкмәткеле булыр. Әле яңы тыуған өр-яңы 2018 йыл шат йондоҙҙар нуры аҫтында йәшәгән күп милләтле халҡыбыҙға бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ, бәрәкәтле мул тормош насип итһен. Яңы йылдар һеҙҙең менән бергә булһын!
Читайте нас: