Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Март 2019, 16:39

«Сәләм, Республика!» благовещендарҙы сәләмләне

«Сәләм, Республика!» - благовещендарҙы сәләмләне

Беҙҙең төйәк үҙенсәлекле тәбиғәте, күп милләтле уңған халҡы, данлыҡлы шәхестәре менән ихлас ғорурлана ала. Ғинуар айының бер көнө Башҡортостан Спутник телевидениеһының «Сәләм, Республика!» тура эфир тапшырыуы Благовещен районына арналды. Тапшырыу башында экран аша данлы яҡташтарыбыҙҙың исем - шәрифтәре аталып, фотоһүрәттәре күрһәтелде.


Ҡала мәҙәниәт йорто директоры, «Йәйғор» гәзитенең баш мөхәррире Лира Риф ҡыҙы Батыргәрәева менән ошо күркәм тапшырыуҙың ҡунаҡтары булып, райондың ете мөғжизәһен барланыҡ. Беҙ ҙә, үҙ сиратыбыҙҙа республикабыҙ халҡына ҡалалағы йөҙ йыллыҡ тарихи тирәктәр мемориалын, уның эшсе Николай Куфтерин тарафынан Граждандар һуғышына алынған туғыҙ улының иҫәнлегенә атап ултыртылыуын, ҡала ситенән борғаланып аҡҡан,данлы Ағиҙел йылғаһы хаҡында бәйән иттек. Шуныһы ҡыуаныслы: яҡташтарыбыҙ тура эфирҙа актив ҡатнашты. Иң тәүге шылтыратыусыбыҙ «Николай шишмәһе» н тәҡдим итте.

Эйе, ысынлап та Благовещен районында шишмәләр бик күп. Иң билдәле шишмә - Николай шишмәһе. Был шишмә Благовещен ҡалаһынан алыҫ түгел, Өфө - Яңауыл трассаһы янында ағып ята. Оло юлдан үтеп-һүтеп йөрөүселәр шишмә эргәһендә туҡтап, һыуын эсеп, һыуһынын ҡандырып китә. Сылтырап аҡҡан шишмә һыуы шул тиклем таҙа ла, шифалы ла, тәмле лә. “Тәнгә сихәт - йәнгә рәхәт”,-тиҙәр уның көмөш һыуын тәмләгән яҡташтар. Шишмә һыуы хатта ике торбаға етә. Шишмәләр - йәшәү сығанағы. Улар ҡоромаһын, бай һыулы, таҙа булып ҡалһын.

Артабан ҡала уртаһындағы матур быуаны ла мөғжизәләр исемлегенә индерәйек тигән шылтыратыу булды.

Ҡалабыҙ быуаһы тарихи яҡтан бик тә әһәмиәтле һыу сығанағы булып тора. 1756 йылда сауҙагәр Матвей Мясников тарафынан күл иле - мең олоҫо башҡорттарынан һатып алынған ерҙә, Өшкәле (Потеха) йылғаһы буйында, Ағиҙелгә ҡойған урында, баҡыр иретеү заводының төҙөлөшө башлана. Шул уҡ йылда, төҙөлөш өсөн төрлө губерналарҙан килтерел-гән, 109 крәҫтиәндән торған бәләкәй ауыл барлыҡҡа килә. 1757 йылда заводтың 2 төп бинаһы сафҡа индерелә. Дамба төҙөлгән Өшкәле (Потеха) йыл-ғаһында быуа тултырыла, ә август айында тәүге тапҡыр баҡыр иретеү эше башҡарыла. Бына шундай тарихи быуабыҙ бар!

Шулай уҡ районыбыҙҙың үҙенсәлекле иҫтәлекле урындарының береһе булып Бәрәүез күлендәге йөҙөп йөрөүсе утрау һанала. Был турала Зинира шылтыратып әйтте. Утрау Үрге Иҙәк ауылы хакимиәтенең Шәрип ауылы янында урынлашҡан. Ярайһы уҡ ҙур ғына, түңәрәк, сауҡалыҡтар үҫкән утрау ул. Көслө ел иҫкән ваҡытта был утрау күл буйлап хәрәкәт итә башлай. Халыҡ әйтеүенсә, күлдең төбө юҡ. Иң ҡыйыуҙар утрауға йөҙөп барып етеп, аяҡ аҫтында йөҙөп йөрөүсе түңгәктәргә менеп, кирегә йөҙә. Күлдең үҙе тураһында ҡурҡыныс легенда бар: халыҡ һөйләүенсә, был күл ер аҫтындағы икенсе күл - Иҫкекүл менән тоташа икән. Был турала тик Граждандар һуғышы ваҡытында Иҫкекүлдә арбаһы менән батҡан ҡыҙыл комиссарҙың кәүҙәһе Бәрәүез күлендә килеп сыҡҡас ҡына билдәле була. Бына шундай мөғжизәле утрау ҙа бар беҙҙә!

Ҡалабыҙҙа мәҙәни яҡтан әһәмиәтле булған ҡомартҡылар ҙа бик күп. Шуларҙың береһе: “Изге Георгий ир-егеттәр ғибәҙәтханаһы”. Ул Башҡортостанда иң ҙур ғибәҙәтханаларҙың береһе, күптәр унда йыш ҡына сәфәр ҡыла. Ул Өфө ҡалаһынан 100 саҡрым алыҫлыҡта, Благовещен районында, тәбиғәттең бик матур урман-таулы ерендә урынлашҡан. Уға нигеҙ, 1901 йылда Георгий ҡатын-ҡыҙҙар общинаһы булараҡ һалына. Төп изге урын булып “Изге Ҡыуаҡтар”, ишелеп үҫкән 3 ҡайын менән 2 тал булған. Ошо ҡыуаҡтар янында, алтын кейемдә, ҡулына тәре тотҡан изге ҡарттың шәүләһе, янып торған шәмдәр күренеүе, ҡыңғырау сыңы ишетелеүе, ҡоролоҡ ваҡытында ғибәҙәт ҡылғандан һуң ямғыр яуыуы һәм төрлө ауырыуҙарҙан ҡотолоу осраҡтары булып торған.

Артабан Ләйсән яҡташыбыҙ Благовещен ҡалаһының ете мөғжизәһенә Совет урамындағы 11 -се йортта урынлашҡан педагогия училищеһының бинаһын тәҡдим итте. Бина 1876 йылда Благовещен уҡытыусылар семинарияһы булараҡ нигеҙләнә. Һуңыраҡ техникум, училище, педагогия колледжы тип үҙгәртелә. Уҡытыусылар әҙерләүен дауам итә. Уҡытыу көндөҙгө бүлектә мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн тәрбиәселәр, социаль педагогтар, физик культура, башланғыс класс уҡытыусылары өсөн ойошторола. Башҡорт, рус, мари төркөмдәре асыла. Ошо йылдар эсендә был уҡыу йортонда ун биш меңдән артыҡ белгес әҙерләнә.Был бина тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы булып тора.

Ә «Башҡортостандың тәбиғәт һәйкәлдәре» исемлегенә керетелгән ҡарағайлыҡ үҙе ни тора! Благовещен ҡалаһында 1892 йылда уҡ ултыртыла башлаған ҡарағайлыҡ бар. Бөгөнгө көндә ҡаланың тирә-яғы химик матдәләр менән ағыуланған саҡта был урмандарҙың әһәмиәте айырыу-са ҙур. Урмандың майҙаны - 13,2 гектар ерҙе биләй.Ҡарағайҙар көнбайышҡа табан тәпәш яҡта, быуаға һәм Өшкәле йылғаһына тиклем ултыртылған. 80 йәшлек сағында ҡарағайҙар 30 - 35 метр бейеклектә, олондарының диаметры 30 см - ға еткән. Йыл һайын был ҡарағайҙар сирек метрға тиклем үҫә ала. Хәҙер был ҡарағайҙарға - 127 йәш. Тәбиғәт' һәйкәлдәре - тәбиғәтебеҙҙе фән яғынан өйрәнеү өсөн әһәмиәтле урын ул.

Шылтыратыуҙар күп булды. Һәр бер кеше районыбыҙҙың иң матур, йәмле ерҙәрен һөйләп ҡалырға, халыҡҡа еткерергә тырышты. Районыбыҙҙың йөҙөк ҡашы булған йырсыларыбыҙ Розалия Назарова һәм Финат Әхмәтшин матур йырҙары менән күңелде арбаны, йөрәктәрҙе елкендерҙе.

Ә яҡташыбыҙ, оҫта ҡуллы Юрий Владимирович Калагановтың нескә тал сыбығынан эшләгән матур-матур кәрзиндәре, семәрле һауыт - һабаһы, сувенир-бүләктәре һәм башҡа күп төрлө әйберҙәре зәңгәр экрандар аша бар республика халҡын һоҡландырғандыр тип уйлайым.

Бына шундай йөкмәткеле, йәнле һөйләшеү үтте. Алып барыусылар Гөлмирә Исмәғилева менән Илгиз Таһиров үҙҙәренең алсаҡлығы, ябайлығы менән күңелде арбаны.

Йәнле студиянан Башҡор-тостан халҡына һаулыҡ, бәхет, именлек теләп таралыштыҡ. Күңелдәрҙә тик йылы тойғолар ғына ҡалдырҙы тапшырыу, һоҡланғыс тыуған тәбиғәтебеҙҙе, йәмле еребеҙҙе ҡәҙерләп һаҡлап, яҡлай ҙа беләйек, ҡәҙерле милләттәштәрем!


Зифа БАЙМОРАТОВА,

Благовещен ҡалаһындағы

5-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас: