Йәйғор
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Август 2019, 09:25

Президент Владимир Путин да Рәсәйҙә эске һыу юлдарын үҫтереү бурысын ҡуя. Был төр транспорт иң арзаны, тимәк иң һөҙөмтәлеһе.

Президент Владимир Путин да Рәсәйҙә эске һыу юлдарын үҫтереү бурысын ҡуя. Был төр транспорт иң арзаны, тимәк иң һөҙөмтәлеһе. #ПрезидентРФ #ПрезидентРоссии #ВладимирПутин

Юғары тонажлы караптарҙы үткәреү өсөн Ағиҙел йылғаһының үҙәнен тәрәнәйтеү эштәре башланды. Башҡортостандың иген экспорты мөмкинлектәрен күтәреү буйынса тәҡдим ителгән инвестиция проекты нигеҙендә республика етәксеһенең ҡушыуы буйынса башҡарыла. Улар тамамланғас һыу юлы буйлап Төркиә һәм Иран баҙарҙары менән тура бәйләнеш булдырыла.


Ағиҙел үҙәнен тәрәнәйтеү Илеш районы Груздевка менән күрше Татарстандың Аҡтаныш районы Әзәкүл ауылдары араһында башҡарыла.

Хеҙмәткәрҙәргә барлығы 600 метр араны ләмдән таҙартыу бурысы ҡуйылған. Йылға үҙәнен тәрәнәйтеү 2 аҙнаға иҫәпләнгән. Эштәр тамамланыу менән Ағиҙелгә ҙур тонажлы караптар үтә аласаҡ.

Каспий диңгеҙенә асылған һыу юлы, Башҡортостан игенен сит илдәргә һатыу форсатын бирә. Төбәктең экспорт мөмкинлеген нығытыуға йүнәлтелгән проект менән инвестиция сәғәтендә Илеш элеваторы вәкилдәре сығыш яһағайны. Күләмле инфраструктура проекты республика етәкселегендә хуплау тапты.

Президент Владимир Путин да Рәсәйҙә эске һыу юлдарын үҫтереү бурысын ҡуя. Был төр транспорт иң арзаны, тимәк иң һөҙөмтәлеһе. Тотош ил күләмендә иҡтисади үҫеш темпын арттырыу маҡсаты торғанда Илештән Каспийға һәм туранан-тура сит ил баҙарҙарына сығыу дәүләт кимәлендәге стратегик мәсьәләрҙе хәл итеүҙең асыҡ күрһәткесе.
Читайте нас: