Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Сентябрь 2019, 09:10

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендә һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләр менән осрашыуҙа улар тураһында йәмһеҙ итеп телгә алған чиновник Ирина Алашкевич хаҡында фекерен белдергән

Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендә һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләр менән осрашыуҙа улар тураһында йәмһеҙ итеп телгә алған чиновник Ирина Алашкевич хаҡында фекерен белдергән

Фото: news.mail.ru
Фото: news.mail.ru
Рәсәй Президенты Владимир Путин Иркутск өлкәһендә һыу баҫыуҙан зыян күргән кешеләр менән осрашыуҙа улар тураһында йәмһеҙ итеп телгә алған чиновник Ирина Алашкевич хаҡында фекерен белдергән.


Тулундағы кешеләр Президенттан ошо хәл тураһында туранан-тура һораған. Владимир Путин:

– Әгәр чиновник ысынлап шулай тип әйткән икән, ул әҙәпһеҙ кеше. Минең насар һүҙҙәр ҡулланғым килмәй, мәгәр ул ҡатын быға лайыҡлы. Губернатор тейешле ҡарар ҡабул итер тип ышанам.


Хәтерегеҙҙә булһа, августа социаль селтәрҙәрҙә бер аудиояҙма таралды: унда ҡатын тауышы ил Президенты Владимир Путиндың ҡот осҡос һыу баҫыуҙан зыян күргән Иркутск өлкәһенә килеүен телгә ала, урындағы кешеләр менән осрашыуын һүрәтләй. Һүҙ араһында һүгенеүҙән дә тартынмай, ә халыҡты “мәхлүк”тәр һәм “алкаш”тар тип атай (“бичь”, “быдло”).

Аудиояҙманы интернетҡа һалған автор был тауыш Иркутск өлкәһе губернаторы Сергей Левченконың матбуғат хеҙмәте начальнигы Ирина Алашкевичтыҡы тип белдерә.

Чиновникты белеүселәр, тауыш, ысынлап та, Ирина Алашкевичтыҡына ныҡ оҡшаған, тип бара. Әле ошо йәмһеҙ хәлгә бәйле губернатор ҡушыуы буйынса махсус тикшереү бара. Аудиояҙмалағы тауыш һыу баҫыу һөҙөмтәһендә йорт-йыһазһыҙ, кәрәк-яраҡтарһыҙ тороп ҡалған кешеләрҙе кәмһетә, “ике класс белеме лә булмаған мәхлүктәрҙең ваҡытлыса йәшәгән урындары һыу аҫтында ҡалған үҙ йорттарынан күпкә яҡшыраҡ”, ти. Унан тыш ҡатын, губернаторҙың зыян күреүселәр янында булырға ҡушыуын, әммә уның был ғәмәлдә бер ниндәй ҙә мәғәнә күрмәүен еткерә.


Ҡайһы бер мәғлүмәт сайттары хәбәр итеүенсә, бойондороҡһоҙ тикшереү был тауыштың, ысынлап та, Ирина Алашкевичтыҡы икәнлеген иҫбатлаған.
Читайте нас: