Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Сентябрь 2019, 11:15

Рәсәй Президенты Владимир Путин яман шеш ауырыуҙарын бөтә кешелек өсөн көрәшкә саҡырыу тип атаны

Рәсәй Президенты Владимир Путин яман шеш ауырыуҙарын бөтә кешелек өсөн көрәшкә саҡырыу тип атаны

Фото интернет селтәренән алынды
Фото интернет селтәренән алынды
Рәсәй Президенты Владимир Путин яман шеш ауырыуҙарын бөтә кешелек өсөн көрәшкә саҡырыу тип атаны. Был турала ул онкология һәм радиология буйынса икенсе халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларға һәм ҡунаҡтарға мөрәжәғәтендә белдерҙе.


Ил етәксеһенең һүҙҙәренсә, ауыр һәм ҡурҡыныс сирҙең таралыуына бәйле, был көрәшкә әҙер булыр өсөн өҙлөкһөҙ эшләргә кәрәк.

Алдан хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәйҙә алты ай эсендә яман шеш менән үлеүселәр һаны 1,5 процентҡа артҡан. Ә йөрәк-ҡан тамырҙары менән үлеүселәр һаман да беренсе урында биләй әле. Яман шеш менән сағыштырғанда, ауырыу сәбәпле вафат булыусылар һаны 0,7 процентҡа ғына кәмеүе күҙәтелә.
Читайте нас: