Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Ноябрь 2019, 05:55

Владимир Путин табип хатаһы өсөн язаны көсәйтеүҙе хуплаймы?

Владимир Путин табип хатаһы өсөн язаны көсәйтеүҙе хуплаймы?

Беҙҙең илдә пациенттарҙы тикшереүҙә, инвалидлыҡ биреүҙә хата ебәргән табиптарҙы яуаплылыҡҡа тарттырыуҙы ҡәтғиләштерергә самалайҙар.
Рәсәй Президенты Владимир Путин Калининградта йәмәғәтселек менән осрашыуҙа ошо темаға үҙ фекерен белдерҙе.

Үҙ бурыстарыңа еңел-елпе ҡараған өсөн яза ғәмәлдәге законға ярашлы бирелергә тейеш. Росздравнадзор быға хоҡуҡлы. Мотлаҡ медицина страховкалау системаһына ла был хоҡуҡты бирергә кәрәк.

Владимир Путин ошонда уҡ РФ һаулыҡ һаҡлау министры Вероника Скворцоваға һәм вице-премьер Татьяна Голиковаға мәсьәләне тикшерергә тәҡдим итте.

"Если действительно нужно усилить это наказание, я не буду возражать. Важно не ужесточение, а важно, чтобы наказание было неизбежным. Тогда и не нужно будет ужесточать", - тине ил башлығы.
Читайте нас в