Йәйғор
-10 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2019, 11:20

Рәсәй Президенты Владимир Путин яһалма интеллект тураһында һөйләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин яһалма интеллект тураһында һөйләне

Рәсәй Президенты Владимир Путин Мәскәүҙә “Artificial Intelligence Journey” тип аталған конференцияның пленар өлөшөндә сығыш яһаны. Был сараға яһалма аҡыл тармағында эшләүсе биш меңләп эксперт ҡатнашты.
Владимир Путин билдәләүенсә, яһалма интеллект өсөн мәғлүмәт киңлектәре ысын “аҙыҡ” булып тора. Уларҙың сифаты ни тиклем юғары, күләме ни тиклем ҙур, һөҙөмтәһе лә шул тиклем теүәлерәк буласаҡ.
«Нужно дать искусственному интеллекту больше данных, последовательно снимать подчас надуманные преграды для их использования, естественно, – и здесь я тоже хотел бы обратить внимание ваше – естественно, что нужно гарантировать безопасность, соблюдение интересов и прав граждан.
Разумеется, и мы все это тоже понимаем, что здесь грань очень тонкая. Нужно найти этот баланс между раскрытием максимальным информации и правами людей на защиту этой информации там, где они считают, что она должна быть, эта защита, им обеспечена.
Чтобы собирать, хранить и обрабатывать данные, необходимо создавать облачные платформы, программное обеспечение и аппаратные комплексы, расширять к ним доступ отечественного бизнеса, науки и образования. И конечно, определяющий вопрос – это возможности для обучения, для обретения новых компетенций», - тине Президент үҙ сығышында. Был турала «Йәшлек» гәзите сайтында хәбәр ителә.
Әлбиттә, яһалма аҡыл системаһын эшләү өсөн яҡшы әҙерлекле белгестәр ҙә кәрәк. Был тәңгәлдә программистар, математиктар, компьютер лингвистары, мәғлүмәт эшкәртеүсе белгестәрҙе әҙерләүгә ҙур иғтибар биреү мотлаҡ.
Путин әйтеүенсә, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттары, колледждары яһалма интеллект буйынса алғы рәттәрҙә торорға тейеш. Бының өсөн беҙҙең мөмкинлектәр бар.
Читайте нас в