Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Ноябрь 2019, 10:50

Владимир Путин Эрдоган менән йәнә осрашмаҡсы

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Владимир Путин менән Төркиә етәксеһе Рәжәп Тайип Эрдоган киләһе йылдың ғинуарында “Төркиә ағымы” газ үткәргесен төҙөү буйынса эштең тамамланыуына арналған тантанала осрашыуы ихтимал.

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Владимир Путин менән Төркиә етәксеһе Рәжәп Тайып Эрдоган киләһе йылдың ғинуарында “Төркиә ағымы” газ үткәргесен төҙөү буйынса эштең тамамланыуына арналған тантанала осрашыуы ихтимал, тип хәбәр итә "Башҡортостан" гәзите.
Шул уҡ ваҡытта сәйәсмәндерҙең иртәрәк күрешеүе лә мөмкин. “Путин менән Эрдоган теләгән ваҡытта телефон аша аралаша, шуға күрә осрашыуҙың алдараҡ булыуы ла ихтимал”, – тине Кремль вәкиле.
Мәғлүм булыуынса, “Төркиә ағымы” Ҡара диңгеҙ төбөнән Төркиәнең Европа өлөшөнә тиклем һәм артабан уның Греция менән сигенә табан газ үткәргес һалыуҙы күҙ уңында тота. Уның тәүге сираты – Төркиә баҙарын, икенсеһе иһә Көньяҡ һәм Көньяҡ-Көнсығыш Европа илдәрен зәңгәр яғыулыҡ менән тәьмин итеү өсөн тәғәйенләнә.
Читайте нас: