Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Ноябрь 2019, 10:30

Путин менән Зеленский ҡасан осрашасаҡ?

Владимир Зеленский менән Владимир Путин Донбастағы хәл буйынса фекер алышасаҡ

Рәсәй һәм Украина башлыҡтарының норманд форматындағы осрашыу 9 декабрҙә үтәсәк. Владимир Путин һәм Владимир Зеленский, шулай уҡ Германия канцлеры Ангела Меркель менән Франция президенты Эмманюэль Макрон Донбастағы хәл буйынса фекер алышасаҡ, тип хәбәр итә Франция президенты хакимиәте.
Франция башлығы канцелярияһы белдереүенсә, осрашыу Парижда үтәсәк. Рәсәй президентының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Дмитрий Песков әйтеүенсә, Кремлдә “норманд форматындағы” саммитҡа әҙерлек барышын яҡшы тип баһалайҙар.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, “норманд форматындағы” илдәр-ҡатнашыусылар рәтенә Украина, Рәсәй, Франция менән Германия инә. Бындай төрҙәге һөйләшеүҙәр форматы 2014 йылда барлыҡҡа килде.
Читайте нас: