Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ноябрь 2019, 11:00

Владимир Путинға суперсервис тураһында хәбәр иттеләр

Граждандар, власть, дәүләт, бизнестың үҙ-ара бәйләнешен мөмкин тиклем ауырлыҡһыҙ итеү өсөн хеҙмәт күрһәтеүҙең онлайн системаһы булдырыла

Владимир Путин РФ Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Максим Акимовты ҡабул иткән. Максим Алексеевич халыҡҡа һанлы хеҙмәт күрһәтеү, цифрлаштырыу, транспорт тармаҡтарын күҙәтеүҙә тота. Шуға ла һөйләшеү темалары тап шулар булды.
Белеүегеҙсә, әле Рәсәйҙә цифрлаштырыу (һанлы технологияларға күсеү) темптарын тиҙәйтеү буйынса эш башланып тора. Был бурыс РФ Президентының Мөрәжәғәтнамәһендә лә билдәләнгәйне.
Акимов әйтеүенсә, граждандар, власть, дәүләт, бизнестың үҙ-ара бәйләнешен мөмкин тиклем ауырлыҡһыҙ итеү өсөн хеҙмәт күрһәтеүҙең онлайн системаһы булдырыла. Уны “суперсервис системаһы” тип атайҙар икән. Сөнки был бер генә хеҙмәт күрһәтеү түгел, ә бөтә тормош мәсьәләләрен хәл итеү комплексы.
Хәйер, ул система бар инде – ноябрь башында Мәскәү ҡалаһы һәм өлкәһендә, Санкт-Петербург ҡалаһында һәм Ленинград өлкәһендә эшләтеп ебәргәндәр. Киләһе йылда бөтә ил буйынса эшләйәсәк.
Читайте нас: