Йәйғор
-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
22 Ноябрь 2019, 10:50

Владимир Путин тәүҙә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш күрһәткестәре тураһында һөйләне

Ил башлығы инвестициялар күләменә лә иғтибар итте

"ВТБ Капитал"дың XI инвестиция форумын пленар сессияһы "Мосты над волнами деглобализации" тигән үҙенсәлекле исемле ине.
Владимир Путин тәүҙә Рәсәйҙең иҡтисади үҫеш күрһәткестәре тураһында һөйләне, тип үҙ сайтында "Йәшлек" гәзите яҙа. Был һандар, әллә ни ҙур булмаһа ла, үҫеш динамикаһын күрһәтә.
Эшһеҙлек кимәле лә төшә. Президент билдәләүенсә, әле уның бөгөнгө Рәсәйҙә иң түбән күрһәткесле булыуы ҡыуандыра. Ил башлығы инвестициялар күләменә лә иғтибар итте. Хөкүмәт ҡуйған фараздар буйынса киләһе йылға күрһәткестәр биш процентҡа үҫәсәк. Ә 2021 йылға - 6,5 процент.
- Вновь хочу подчеркнуть: залог устойчивого долгосрочного роста благополучия граждан – это, конечно, динамичное развитие экономики в целом, увеличение вложений в развитие предприятий и создание качественных рабочих мест, в инфраструктуру, - тине Владимир Путин.
РФ Хөкүмәтенә ошоға бәйле бурыстар ҡуйылған. Президент Рәсәй Банкы, эшлекле даирә менән берлектә был бурыстар ғәмәлгә ашырылыр тигән өмөттә ҡалыуын белдерҙе.
Читайте нас: