Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ноябрь 2019, 11:15

Путин өсөн ҙур юғалтыу...

Ул Санкт-Петербург дәүләт университетының элекке ректоры вафат булыу сәбәпле, уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты

Ил башлығының матбуғат секретары Дмитрий Песков һүҙҙәренсә, Владимир Путин Санкт-Петербург дәүләт университетының элекке ректоры Людмила Вербицкая вафат булыу сәбәпле, уның яҡындарының ҡайғыһын уртаҡлашты.
"Путин менән Вербицкая араһы бик йылы ине. Президент уны бик ихтирам итте. Уның вафаты Рәсәй фәне өсөн генә түгел, ә шәхсән Владимир Владимирович өсөн дә ҙур юғалтыу", - тине Песков.
Людмила Вербицкая 84-се йәшендә яман шештән вафат булған. Ул - лингвист-русист, СПбДУ-ың 1994–2008 йылдарҙағы ректоры. Вербицкая университет етәксеһе булған беренсе ҡатын-ҡыҙ ине. Ул етәкселек иткәндә ике яңы факультет асылған.
Читайте нас: