Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Декабрь 2019, 11:05

Владимир Путин илатты ла, ҡыуандырҙы ла...

Ирекмән Президентҡа мәҙәниәт өлкәһендәге белгестәргә бәйле проблемалар тураһында һөйләгәндә тулҡынланыуҙан күҙ йәштәрен йәшерә алмай...

Рәсәй Президенты Владимир Путин Сочиҙың Олимпия паркында “Ирекмән-2019” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашты, тип яҙа Башҡортостан.
Бүрәт Республикаһының Нестеров ауылынан килгән ирекмән Татьяна Черных Президентҡа мәҙәниәт өлкәһендәге белгестәргә бәйле проблемалар тураһында һөйләгәндә тулҡынланыуҙан күҙ йәштәрен йәшерә алмай ситкә китте. Тынысланғас, бер аҙҙан ул һөйләшеүгә тағы ла ҡушылды. Татьяна Черных ил башлығына үҙенең “Бәләкәй ауылдарҙа ижад буласаҡ!” тигән проекты тураһында һөйләне. Уның әйтеүенсә, ауылдарҙа клуб бар, ә унда эшләргә кеше юҡ, шуға күрә ирекмәндәр бындай майҙансыҡтарҙа үҙҙәренең проекттарын тормошҡа ашыра алыр ине. Татьяна шулай уҡ балалары менән Кремлдә үткәрелгән Президент шыршыһын барып күрергә хыялланыуын белдерҙе.
– Минең дүрт һәм һигеҙ йәшлек ҡыҙҙарым бар. Әлеге конкурста Президент менән осрашыуым ихтимал тигәс, улар мине “Президент шыршыһы”на бара тип уйланы, сөнки һеҙгә бәйле бөтә нимәне ошо “шыршы байрамы” тип күҙаллайҙар. Әлбиттә, беҙ унда эләгә алмаҫбыҙ инде, шулай ҙа әйтеп үткем килде, – тине ирекмән.
Владимир Владимирович Татьянаны ҡыҙҙары менән “Президент шыршыһы”на саҡырҙы.
Читайте нас: