Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 10:20

Путин менән Меркель төрлө кимәлдә бәйләнеш булдырырға килеште

Ил башлығы Германия менән БМО яғынан ошо йүнәлештәге тырышлыҡтарға Рәсәйҙең булышлыҡ итергә әҙер булыуын раҫланы

Ил башлығы Владимир Путин телефон аша Германия канцлеры Ангела Меркель менән Ливиялағы хәлде көйләү мәсьәләләре буйынса фекер алышты. Кремлдең матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, был темаға дәүләт етәкселәре ҙур иғтибар бирҙе.
“Ливия көрсөгө проблемаларына айырым иғтибар бирелде, – тиелә белдереүҙә. – Хәлдең киҫкенләшеүенә юл ҡуймау һәм тыныс диалогты яңыртыу мөһимлеге айырып билдәләнде”. Владимир Путин Германия менән БМО яғынан ошо йүнәлештәге тырышлыҡтарға Рәсәйҙең булышлыҡ итергә әҙер булыуын раҫланы.
Владимир Путин менән Ангела Меркель төрлө кимәлдә бәйләнеш булдырырға килеште.
Читайте нас: