Тағы ла Ливия темаһы күтәрелде. Әйтерһең дә, үҙебеҙҙә проблемалар юҡ. Һәр хәлдә ҡайҙа ғауға ҡуба, беҙ шуны бөтөрөр өсөн ҡаратырышлана ла йөрөйбөҙ. Ҙур һәм йоғонтоло ил булғас ни. Әлбиттә, эргә-тирәлә тыныслыҡты тәьмин итеү мөһим. Ана, Украинала һәм Сүриәләге һуғыштан ғына ла күпме мигрант күсенде?