Йәйғор
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Декабрь 2019, 11:00

Беҙҙең коллега Азат Ғиззәтуллин Путиндан нимә тураһында һораны?

Тыйыуҙар, штрафтар тейешле һөҙөмтә бирмәй...

Дәүләт башлығы Владимир Путиндың 15-се матбуғат конференцияһында бирелгән һорауҙар һәр ваҡыттағыса төрлөлөгө менән айырылып торҙо.
Мәҫәлән, “Башинформ” мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Азат Ғиззәтуллин ил башлығына эскелеккә ҡаршы көрәшкә бәйле саралар тураһында еткерҙе.
"Быйыл Башҡортостанда эскелеккә ҡаршы эксперимент башланды: сығарылыш кисәләре, "Һуңғы ҡыңғырау", халыҡ байрамдары ваҡытында спиртлы эсемлектәр һатылмай. Бөгөн республика депутаттары Яңы йыл байрамдарында ла алкоголь менән сауҙаны сикләне. Бынан тыш, законһыҙ рәүештә хәмер һатыусыларға ҡаршы көрәш иғлан ителде – йәшереп һатыусылар тураһында мәғлүмәт өсөн ябай халыҡҡа аҡса түләнәсәк. Республика Башлығы Радий Хәбиров әйтеүенсә, бындай саралар арҡаһында йөҙәрләгән кешенең ғүмере һаҡланып ҡалынған.
Әммә ил буйынса алкоголдән үлеүселәр һаны күбәйә. Тыйыуҙар, штрафтар тейешле һөҙөмтә бирмәй. Һеҙҙеңсә, федераль кимәлдә ниндәй һөҙөмтәле саралар күрергә була?" – тип һораны хәбәрсе.
"Бындай саралар күрелә. Алкоголгә ҡаршы кампаниялар һуңғы йылдарҙа күп үткәрелә – халыҡ быны, бәлки, тоймайҙыр ҙа. Күптән түгел Сочи ҡалаһында немец эшҡыуарҙары менән осраштыҡ. Германиялағыға ҡарағанда, беҙҙә алкоголде аҙыраҡ ҡулланалар икән. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, Рәсәй халҡының уртаса ғүмер оҙонлоғо артыуы сәләмәт йәшәү рәүеше менән бәйле. Административ саралар күреү зыян түгел, әммә “полиция алымдары"н ҡулланмай, һағыраҡ эш итеү мөһим. Кешеләргә һайлау хоҡуғы биреү кәрәк, мәҫәлән, аҙ градуслы шараптар. Бында уйланырға урын бар", - тине Владимир Путин.
Читайте нас: