“Бәлә аяҡ аҫтында ята”, - тип юҡҡа әйтмәгәндәрҙер. Һуңғы йылдарҙа йышайып киткән янғындар, һыу баҫыу күренештәре, ел - дауыл ғәрәсәттәре барыбыҙҙан да хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен ҡәтғи үтәүҙе талап итә.
Нуриман районында киҫкен хәлдәр һәм янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү комиссияһының кәңәшмәһе булып үтте.
Был сарала Башҡортостан Республикаһының ғәҙәттән тыш хәлдәр комитетының авария - ҡотҡарыу хеҙмәтенең етәксеһе Владимир Темашев, район администрацияһы башлығы Азамат Носратуллин, ауыл биләмәләре етәкселәре, эске эштәр һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарының янғынға ҡаршы көрәш хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Кәңәшмәлә янғындарҙа, һыу ятҡылыҡтарында, шулай уҡ Яңы йылға арналған сараларҙа бәхетһеҙлек осраҡтарын иҫкәртеү буйынса эштәр ҡаралды. Төп талаптарҙың береһе – һәр бер өй янғынды иҫкәртеүсе ҡорамалдар менән йыһазландырылырға тейеш. Әлеге көндә районда бындай өйҙәрҙең һаны 1700 – ҙән артҡан.
Павловка һыуһаҡлағысында быйыл боҙҙоң ҡалынлығы 12 сантиметрҙан артмай. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡаргиҙәрҙәр менән һыу ятҡылыҡтарына инеүселәр табыла. Бындай яуапһыҙлыҡҡа сик ҡуйырға ваҡыт.
Мәктәптәрҙә, балалар баҡсаһында, мәҙәниәт усаҡтарында шыршы байрамдарын үткәргәндә хәүефһеҙлек талаптарына айырыуса иғтибарлы булыу кәрәк. Сертификаты булмаған электр гирляндалары, асыҡ ут сығана ҡтары ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Бигерәк тә пиротехник әйберҙәр ҡулланыу һаҡлыҡ талап итә.
Владимир Темашев район етәкселеге менән Павловка һыуһаҡлағысы зонаһында эҙләү - ҡотҡарыу отряды булдырыу тураһында фекер алышты. Тиҫтәләрсә саҡрымдарға һуҙылған Павловка һыуһаҡлағысы ҡалын урмандар менән уратып алынған. Кешенең аҙашып ҡалыу хәүефе бында бик ҙур. Ошондай отрядтың булдырылыуы – көн талабы ул.