Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Ғинуар 2020, 12:00

"Туған һүҙгә 100 аҙым" акцияһына благовещендар ҙа ҡушылды

Уҡыусылар әүҙемлек күрһәтте

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары "Туған һүҙгә 100 аҙым" акцияһына старт биргәйне.
Йәш быуын вәкилдәрен нәфис әҙәбиәткә, туған телгә ылыҡтырыу, киң йәмәғәтселек араһында республика яҙыусыларының ижадын популярлаш тырыу маҡсатында ойошторолған был акцияны Благовещендағы мәктәптәр ҙә дәррәү күтәреп алды. М.А.Киняшов исемендәге 6 - сы мәктәптә уҙған сараға ҡала, район мәктәптәренең уҡыусылары, уҡытыусылары йыйылды. Иң әүҙемдәр рәтенә 5 - се, 6 - сы, А.Я.Першин исемендәге 4 - се, Туғай, Иҫке Илек, Яңы Надеждин мәктәптәрен, 1 - се гимназияны индереп була. Ошо белем усаҡтарынан килгән уҡыусылар бөйөк шәхестәр - Мостай Кәрим, Салауат Юлаев, Рәми Ғарипов, Мифтахетдин Аҡмулла ижадын яҡшы белеүен иҫбатлап, уларҙың әҫәрҙәренән өҙөктәрҙе тасуири итеп уҡыны. Туған телгә, китаптағы етди һүҙгә, яҙыусыларҙың әҫәрҙәренә тәрән һөйөү тәрбиәләгән уҡытыусылар - Альбина Сәмиғуллина, Рәйлә Фәхрисламова, Гөлназ Мифтахова, Ләйсән Сәфиуллина, Фирүзә Хәйруллина, Айгөл Байсламова, Гөлнара Дәүләтбаевалар бер тында уҙған әҙәби кисәгә ентекле әҙерләгәйне.
Читайте нас: