Беләһегеҙ, Ливия тотош көрсөктә, уның дәүләт булып ҡалыуына хәүеф янай. "Теге яҡ"тан тап шуға өмөтләнәләр ҙә инде. Шулай ҙа күмәкләшеп, уның артабан нисек йәшәйәсәге хаҡында фекер алышырға булдылар.
Һөйләшеүҙәрҙә Рәсәй Президенты, Германия канцлеры, Алжир, Мысыр, Төркиә, Конго, Франция Президенттары, Бөйөк Британия Премьер-министры, Италия Министарҙар советы Рәйесе, Берләштерелгән Ғәрәп Әмирлектәренең сит ил эштәре буйынса министры, АҠШ-тың дәүләт секретары, БМО-ның Генераль секретары, Евросоюз комиссияһы рәйесе һәм башҡа бик күп яуаплы вазифа биләүселәр ҡатнашты.
Владимир Путин конференция башланырҙан алда Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоган менән дә осрашып һөйләште, ә төп мәсьәлә буйынса һөйләшеүҙәр араһындағы тәнәфестәрҙә Британия премьеры Борис Джонсон һәм Еврокомиссия рәйесе Урсула фон дер Ляйен менән аралашты.