Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ғинуар 2020, 11:00

Владимир Путин ярҙамсыларын тәғәйенләне

Дәүләт башлығы хакимиәтендә уларҙың ниндәй мәсьәләләрҙе көйләйәсәге тураһында әлегә хәбәр ителмәй

Рәсәй Президенты Владимир Мединский менән Максим Орешкинды үҙенең ярҙамсылары итеп тәғәйенләне. Ошо туралағы указдар хоҡуҡи мәғлүмәттәрҙең рәсми интернет-порталында донъя күрҙе.
Әлегә тиклем Мединский – Мәҙәниәт, ә Орешкин Иҡтисади үҫеш министрлығына етәкселек итә ине. Дәүләт башлығы хакимиәтендә уларҙың ниндәй мәсьәләләрҙе көйләйәсәге тураһында әлегә хәбәр ителмәй. Шул уҡ ваҡытта Президенттың мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса ярҙамсыһы Владимир Толстой әйтеүенсә, ул үҙ вазифаһында ҡала.
Фото: charter97.org
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: