Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Февраль 2020, 11:30

Президент Путин башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыуҙы ойоштороу тураһында белдергәйне

Ә ниңә әле тик башланғыс кластар ғына, башҡалар бала түгелме ни?

Иҫегеҙҙәлер, Президент Путин үҙенең быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә башланғыс класс уҡыусыларын бушлай ашатыуҙы ойоштороу тураһында белдергәйне. Бик хуп! Ә ниңә әле тик башланғыс кластар ғына, башҡалар бала түгелме ни? Ошондай фекер ҙә таралды. Һәм бер депутат бик шәп тәҡдим индерҙе.
РФ Дәүләт Думаһы депутаты Василий Власов көндөҙгө бүлектә уҡыусы студенттарҙы бушлай ашатыуҙы ойошторорға тәҡдим итте. Хат Рәсәйҙең фән һәм юғары белем министрына ла ебәрелгән.
Автор үҙ тәҡдимендә шулай ти: “Студенттар уҡыу йортонда көнө буйы тиерлек була, ә дөйөм ятаҡта гел генә ашарға бешереп тә өлгөрмәйҙәр...”
Дәүләт вуздары бушлай эҫе аш ойошторорға тейеш, тип иҫәпләйем, тигән парламентарий.
Фото: РИА-Новости.
Яңылыҡ авторы: Йәшлек
Читайте нас: