Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2020, 11:34

“Владимир Путин үҙен һыуҙағы балыҡтай тоя”

Президент, власть һығылмалы, мобиль һәм һөҙөмтәле булырға тейеш, тип белдергәйне.

Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков “Мәскәү. Кремль. Путин” программаһындағы интервьюһында билдәләүенсә, халыҡ-ара кимәлдә һәм Рәсәйҙә ваҡиғалар әүҙемләшкән осорҙа Владимир Путин үҙен “һыуҙағы балыҡтай” тоя. Был турала Башҡортостан гәзите хәбәр итә.
Президент, власть һығылмалы, мобиль һәм һөҙөмтәле булырға тейеш, тип белдергәйне. Песковтың фекеренсә, Владимир Владимирович был һүҙҙәрҙе әйткәндә үҙенең шәхси стилен күҙ уңында тотҡандыр. Хәҙер халыҡ-ара эштәргә һәм сәйәсәткә теге йәки был ҡарарҙы йылдам ҡабул итеү хас. Рәсәй лидеры һәр йәһәттән йылдам эш итә. Был иһә, үҙ сиратында, “бөтә машинаны икеләтә, өсләтә шәберәк әйләнергә мәжбүр итә”.
Читайте нас: