Һорау биреү саралары мәғлүмәттәренә күҙ һалһаҡ, Европала Владимир Путинға ышаныс кимәле АҠШ-ҡа ҡарағанда юғарыраҡ. Мәҫәлән, Америкала һорау бирелгәндәрҙең 20 проценты, Германияла – 36, Бөйөк Британияла 26 проценты Рәсәй Президентына ыңғай мөнәсәбәт белдергән. Бындай сара 34 илдә ойошторолған, һорауға 38,5 мең самаһы кеше яуап биргән.
Асыҡланыуынса, АҠШ-та республикасылар менән демократтар араһында Рәсәй лидерына мөнәсәбәт етди айырыла. Республикасыларҙың – 31, демократтарҙың 10 проценты уны ыңғай баһалаған.