Йәйғор
-29 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
14 Февраль 2020, 11:50

Путин улай тип әйтмәгән

Күптән түгел Bloomberg ҡайһы бер сығанаҡтарға һылтанып, Владимир Путиндың Белоруссия Президенты Александр Лукашенкоға “сверхдержава” төҙөргә тәҡдим итеүе тураһында хәбәр сығарғайны.

Күптән түгел Bloomberg ҡайһы бер сығанаҡтарға һылтанып, Владимир Путиндың Белоруссия Президенты Александр Лукашенкоға “сверхдержава” төҙөргә тәҡдим итеүе тураһында хәбәр сығарғайны.
Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков был мәғлүмәтте кире ҡаҡты. “Юҡ, был турала бөтөнләй һүҙ булманы. Союздаш дәүләт сиктәрендә интеграцияны тәрәнәйтеү хаҡында һөйләштеләр”, – тине ул.
Bloomberg агентлығы белдереүенсә, имеш Владимир Путин, Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһе менән сығыш яһар алдынан, Белоруссия Президентын Союздаш дәүләт төҙөү тураһындағы килешеүҙе “тергеҙергә” тәҡдим иткән. Агентлыҡ мәғлүмәттәренә ярашлы, ниәт барып сыҡһа, йәнәһе Путин, президентлыҡ срогын сикләүҙе урап үтеп, яңы Союздаш дәүләттең башлығы була алыр ине, тик Лукашенко идеяны хупламаған, һөҙөмтәлә Мәскәү Минскиҙы ташламалы шарттарҙа нефть менән тәьмин итеүҙән баш тартҡан.
Фото:123ru.net
Читайте нас в