Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
19 Февраль 2020, 10:30

Рәсәй Президенты "Юрий Лужковтың исемен мәңгеләштереү тураһында"ғы указын имзаланы

Экс-мэрҙың исемен нимәләргә ҡушырҙар икән?

Лужков әфәнденең Мәскәүҙе үҫтереүгә һәм Рәсәй дәүләтселеге ҡоролошона тос өлөш индереүен иҫәпкә алып, Владимир Путин шуны ҡарар итә:
Мәскәү хөкүмәтенә түбәндәге мәсьәләләрҙе ҡарарға:
1. Элек Юрий Лужков йәшәгән йортҡа мемориал таҡта ҡуйыу;
2. Лужковтың исемен баш ҡаланың Мәскәү хөкүмәте идаралығы университетына биреү;
3. Лужков тураһындағы хәтерҙе мәңгеләштереү өсөн башҡа саралар ойоштороу.
Указ 14 февралдә үҙ көсөнә инде.
Фото: Кремлин.ру (архив)
Яңылыҡ авторы: "Йәшлек"
Читайте нас: