Йәйғор
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Март 2020, 12:00

Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советы ағзалары менән оператив кәңәшмә үткәрҙе

Рәсәйҙе нимә борсой? Проблемалар етерлек, әлбиттә.

Рәсәй Президенты етәкселек иткән кәңәшмәлә ошо арала борсоуға һалған мәсьәләләр ҡаралды. Уларҙы һеҙ үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ.
Рәсәйҙе нимә борсой? Проблемалар етерлек, әлбиттә. Ә сәйәси йәһәттән беҙ Сүриәләге хәл-торошҡа борсолабыҙ. Унда беҙҙең хәрбиҙәр ҙә үлә.
Тағы ла яңы проблема: донъя баҙарында "түңкәрелеш" булмаҡсы. Нефть хаҡы арзанайҙы, һум төштө, уға ҡарата доллар менән евро күтәрелде.
Һәм йәнә: коронавирус. Көн һайын Рәсәйҙә әллә нисәмә кеше шуны йоҡтороуы билдәле була бара. Өс көн элек кенә вируслылар һаны 70-кә етмәй ине, хәҙер иһә 90-дан ашты, буғай.
Владимир Путин Хәүефһеҙлек Советының даими ағзаларын йыйып, бына шул хаҡта һөйләште. Моғайын, бәлә-ҡазанан һаҡлана алырбыҙ. Өҫтәүенә, яҙғы ташҡынға ла күп ҡалманы. Уныһының нисек булырын белмәйбеҙ әле...
Фото: Кремлин.ру
Яңылыҡ авторы: Алһыу Ишемғолова
Читайте нас: