Йәйғор
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Апрель 2020, 11:18

Владимир Путин яңы Указға ҡул ҡуйҙы

Документҡа ярашлы, 2020 йылдың 1 февраленән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған паспорт, водитель таныҡлығы ил биләмәһендә артабан да ғәмәлдә ҡала

Ил Президенты Владимир Путин Рәсәй граждандарының ҡайһы бер документтарын ғәмәлгә яраҡлы тип таныу тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Документҡа ярашлы, 2020 йылдың 1 февраленән 15 июлгә тиклем ғәмәлдә булыу ваҡыты тамамланған Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты, Рәсәйҙең милли водитель таныҡлығы ил биләмәһендә артабан да ғәмәлдә ҡала. Шулай уҡ, Указда билдәләнеүенсә, 2020 йылдың 1 февраленән 15 июлгә тиклем 14 йәше тулып, Рәсәй гражданы паспортын алып өлгөрмәгән үҫмерҙәр өсөн тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ йәки илебеҙҙән ситтә Рәсәй гражданы шәхесен раҫлаған Рәсәй Федерацияһы гражданы паспорты төп документты тәшкил итә.
Фото: zen.yandex.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас: