Йәйғор
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Апрель 2020, 12:00

Владимир Путин 12 майҙан башлап карантиндан этаплап сығыу планын әҙерләргә ҡушты

Дәүләт башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына илдәге һәм төбәктәрҙәге хәлде даими күҙәтеп барырға ҡушты

Владимир Путин коронавирусҡа бәйле хәл буйынса төбәк башлыҡтары менән кәңәшмәлә ял көндәрен һәм изоляция режимын 11 майға тиклем оҙайтыу тураһында иғлан итте (6,7,8 майҙа ла ял була) һәм хөкүмәткә, Роспотребнадзорға 5 майға 12 майҙан башлап карантиндан этаплап сығыу планын әҙерләргә ҡушты.
«Рәсәйҙә йәшәүселәрҙе һәм иҡтисадҡа булышлыҡ итеү буйынса яңы план, шулай уҡ граждандарҙың килемен тергеҙеү һәм иҡтисадты үҫтереү буйынса күләмле эш планы кәрәк», — тине Рәсәй президенты.
«Туҡтата алдыҡ, ләкин хәл ҡатмарлы булып ҡала. Ауырыуҙың юғары нөктәһенә етмәгәнбеҙ. Көрәштең иң көсөргәнешле этабы алдында торабыҙ, хәүеф һаҡлана һәм уның һәр кемгә ҡағылыуы ихтимал», тип билдәләне ул.
Дәүләт башлығы Һаулыҡ һаҡлау министрлығына илдәге һәм төбәктәрҙәге хәлде даими күҙәтеп барырға ҡушты. «Беҙ ваҡиғалар үҫешенең теләһә ниндәй сценарийына әҙер булырға тейешбеҙ», — тине Владимир Путин.
Читайте нас: