Йәйғор
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Апрель 2020, 11:59

Рәсәй Президенты халыҡҡа өсөнсө тапҡыр мөрәжәғәт итте

Был осорҙа байрам көндәренең күп булыуын иҫәпкә алғанда, ни бары өс көн – 6, 7, 8 май көндәре лә ялға әйләнә

Бөгөн дәүләт етәксеһе Владимир Путин төбәк башлыҡтары менән коронавирусҡа бәйле видеокәңәшмә үткәрҙе һәм телевидение аша халыҡҡа мөрәжәғәт итте. Бөтәһен дә үҙ-үҙеңде изоляциялау режимы ҡасан бөтөр тигән һорау борсой ине. Владимир Владимирович уға яуап бирҙе.
Шулай итеп, 11 майға тиклем әлеге режим дауам итәсәк. Был осорҙа байрам көндәренең күп булыуын иҫәпкә алғанда, ни бары өс көн – 6, 7, 8 май көндәре лә ялға әйләнә. Тик 12 майҙан бөтәһе лә өйҙән сыға, эшкә бара, элекке кеүек йәшәй башлай тигән һүҙ түгел. Владимир Путин һәр төбәккә үҙендәге хәлгә ҡарап ҡарар ҡабул итергә кәрәклеген белдерҙе. Хөкүмәт һәм “Роспотребнадзор”ға берлектә 5 майға тиклем 12 майҙан алып этаплап карантиндан сығыу планын әҙерләргә ҡушты.
Президент белдереүенсә, сикләү саралары сәбәпле эпидемияның ныҡлап таралыуын туҡтатып булды, тик хәл әле һаман ауыр булып ҡала. Беҙ әле көрәштең иң көсөргәнешле этабында, хәүеф һаҡлана һәм уның һәр кемгә янауы ихтимал.
Ил етәксеһе Һаулыҡ һаҡлау министрлығына илдәге һәм төбәктәрҙәге хәлде даими контролдә тоторға, бөтә нәмәгә лә әҙер булырға ҡушты.
Владимир Путин шулай уҡ табиптарға рәхмәт әйтте. Әйткәндәй, бөгөн илдә ашығыс ярҙам хеҙмәте барлыҡҡа килгән көн ине, хәҙер Президент тәҡдиме буйынса 28 апрель рәсми рәүештә уларҙың һөнәри байрамына әйләнәсәк.
Фото: kremlin.ru
Автор: Альфия Мингалиева
Читайте нас: