Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Июль 2020, 12:06

Президент "Рәсәй почтаһы" етәксеһе менән осрашты

Осрашыу барышында "Рәсәй почтаһы"ның генераль директоры Максим Акимов Владимир Путинға ойошманың коронавирус пандемияһы ваҡытында нисек эшләүе тураһында хәбәр итте.

Осрашыу барышында "Рәсәй почтаһы"ның генераль директоры Максим Акимов Владимир Путинға ойошманың коронавирус пандемияһы ваҡытында нисек эшләүе тураһында хәбәр итте.
Киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты. Уларҙың береһе ауылдарҙағы социаль үҙәктәр менән бәйле. "Ауыл ерендәге 10 миллион халыҡ өсөн беҙ берҙән-бер дәүләт нөктәһе булып торабыҙ. Магазин, банк, сервис үҙәге хеҙмәтәрен үтәйбеҙ. 11 мең бүлексәбеҙ ауылдарҙа урынлашҡан", - тине Максим Акимов. Артабан да эште киңәйтеп, уларҙа халыҡты Дәүләт порталында теркәү, еңелсә медицина ярҙамы күрһәтеү (ҡан баҫымын, шәкәр кимәлен, пульсты үлсәү), онлайн курстарға яҙыу хеҙмәттәрен асырға мөмкинлеге хаҡында ла һөйләне. "Яуаплылыҡты тоябыҙ һәм уңышлы эшләргә, был селтәрҙе һаҡларға тырышабыҙ, әммә дәүләттән субсидия алғаныбыҙ юҡ. Ярҙам һорайбыҙ ", - тине етәксе.
Читайте нас: