Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Октябрь 2020, 11:17

Президент ҡайғыларын уртаҡлашты

Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макронға телеграмма ебәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Франция Президенты Эммануэль Макронға телеграмма ебәрҙе. Унда дәүләт етәксеһе Франциялағы террористик һөжүм итеүҙәр һөҙөмтәһендә трагик эҙемтәләр айҡанлы тәрән ҡайғыларын уртаҡлашыуын белдерә.
— Беҙ тағы ла бер тапҡыр террористарға кешелек әхлағы төшөнсәһе сит булын аңланыҡ. Күренеүенсә, халыҡ-ара террорға ҡаршы көрәш бөтә донъя ширҡәтенең берләшеү көсөн талап итә, — тип белдерә ул телеграммала.
Владимир Путин Рәсәй яғынан француз һәм башҡа сит ил партнёрҙары менән контртеррористик эшмәкәрлектә бөтә йүнәлештәр буйынса ла тығыҙ бәйләнешкә әҙер булыуын белдерҙе.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: