Йәйғор
-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
9 Ноябрь 2020, 11:56

Тағы ла Таулы Ҡарабах тураһында һөйләштеләр

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Төркиә Президенты Рәжәп Тайип Эрдоган телефондан һөйләште

Рәсәй Президенты Владимир Путин менән Төркиә Президенты Рәжәп Тайип Эрдоган телефондан һөйләште. Был турала kremlin.ru сайты хәбәр итә.
Аралашыу барышында Таулы Ҡарабах конфликты зонаһындағы хәл-ваҡиға хаҡында фекер алыштылар. Рәсәй етәксеһе Әзербайжан, Армения лидерҙары менән телефондан һөйләшеүҙәр серияһы алып барыуы хаҡында ла хәбәр итте. Был бәйләнештәр хәрби хәрәкәттәрҙе тиҙерәк бөтөрөү варианттарын эҙләү һәм сәйәси-дипломатик яйға һалыуға йүнәлтелгән ине. Конфликтты тыныс юл менән хәл итеү маҡсатында ике яҡлы килешеп эш итеү әҙерлеге раҫланды.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас в