Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ноябрь 2020, 11:04

Рәсәй төбәге медиктары коронавирус менән киҫкен хәл тураһында иғлан иткән

Табиптарҙың Президент Владимир Путин һәм оборона министры Сергей Шойгу адресына мөрәжәғәттәрен «Двач» Telegram-каналы баҫтырған.

Хакасия медиктары төбәктә коронавирус менән киҫкен хәл булыуы тураһында иғлан иткән. Табиптарҙың Президент Владимир Путин һәм оборона министры Сергей Шойгу адресына мөрәжәғәттәрен «Двач» Telegram-каналы баҫтырған.
«Беҙҙең республикаға иғтибар итегеҙ. Хәл бик киҫкен. Урындар етмәй. Пациенттарҙы стационарға билдәләргә һәм табиптар үҙ өҫтәренән яуаплылыҡты төшөрһөн өсөн генә килтерәбеҙ, һуңынан уларҙы дауаланырға өйҙәренә ҡайтарып ебәрәләр», - тип һөйләй баҫтырылған видеола табиптарҙың береһе.
Табип һүҙҙәренә ҡарағанда, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һәм Хакасия хөкүмәтенең хәлдең контролдә булыуына ышандырыуына ҡарамаҫтан, «дарыуханаларҙа дарыуҙар ҙа, антибиотиктар ҙа юҡ», ә булғандары биш-алты тапҡыр ҡиммәтерәккә һатыла.
Башҡа видеоларҙа урындағы дауахана эргәһендә тиҫтәләгән тиҙ ярҙам машинаһының сиратта тороуы күрһәтелә. Табиптарҙың береһенең һүҙҙәренә ҡарағанда, дауаханала хатта ауыр хәлдәге пациенттарға урын табыу өсөн дә бер нисә сәғәт көтөргә тура килә.
РИА Новости хәбәр итеүенсә, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы Хакасияға ведомствоның белгестәр төркөмөн ебәргән. Улар төбәктә медицина ойошмаһының аудитын үткәрәсәк, практик һәм методик ярҙам күрһәтәсәк.
Читайте нас: