Йәйғор
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Ноябрь 2020, 11:36

Өс яҡлы килешеү хаҡында хәбәр итте

Тағы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә Республикаһы Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән телефондан һөйләште.

Тағы ла Рәсәй Президенты Владимир Путин Төркиә Республикаһы Президенты Рәжәп Тайып Эрдоган менән телефондан һөйләште. Аралашыу төрөк яғы теләге менән ойошторолдо.
Владимир Путин төрөк хеҙмәттәшенә 9 ноябрҙә Азербайжан Президенты Илһам Әлиев һәм Әрмәнстан Премьер-министры Никол Пашинян менән өс яҡлы килешеү төҙөлгәнен хәбәр итте. Рәжәп Тайып Эрдоган Таулы Ҡарабах конфликтын яйға һалыуға Рәсәйҙең күп көс түгеүенә юғары баһа бирҙе. Тулыһынса утты туҡтатыу тураһындағы килешеүҙең мөһимлеге лә билдәләнде. Шулай уҡ Сүриәгә бәйле хеҙмәттәшлек итеү мәсьәләләре буйынса ла фекер алыштылар. Коронавирус инфекцияһы таралыуға ҡаршы көрәшкә лә ҡағылмайынса ҡалманылар.
Автор: Гөлназ Шәйхетдинова
Читайте нас: