Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Ноябрь 2020, 10:27

Путин Әзербайжан бәреп төшөргән вертолет экипажының һәләк булған ағзаларының исемдәрен атаны

Дәүләт башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең Ми-24 вертолетының һәләкәткә осрауы арҡаһында экипаж командиры майор Юрий Ищук һәм өлкән лейтенант Роман Федин һәләк булған.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Әрмәнстан өҫтөнән осоп барған сағында Әзербайжан бәреп төшөргән хәрби вертолет экипажының һәләк булған ағзаларының исемдәрен атаны. Был турала шишәмбе, 10 ноябрҙә, РИА Новости хәбәр итте.
Дәүләт башлығы һүҙҙәренә ҡарағанда, Рәсәйҙең Ми-24 вертолетының һәләкәткә осрауы арҡаһында экипаж командиры майор Юрий Ищук һәм өлкән лейтенант Роман Федин һәләк булған. Бынан тыш, Путин летчик-оператор, звено штурманының да зыян күреүен билдәләй, әммә уның исеме әйтелмәй.
Оборона министрлығы һәм Оборона-сәнәғәт комплексы етәкселеге менән кәңәшмә барышында Путин һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Шулай уҡ ул хәрби ведомство башлығы Сергей Шойгуға һәләк булған летчиктарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтергә ҡушты.
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости
Автор: Алия Вахитова
Читайте нас: