Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Ноябрь 2020, 14:31

Путин рәсәйлеләрҙең дәүләткә булған нигеҙле дәғүәләре тураһында белдерҙе

Рәсәйлеләрҙең дәүләткә нигеҙле дәғүәләре күп, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль һалым хеҙмәте башлығы Даниил Егоров менән осрашыуы барышында.

Рәсәйлеләрҙең дәүләткә нигеҙле дәғүәләре күп, тип белдерҙе Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль һалым хеҙмәте башлығы Даниил Егоров менән осрашыуы барышында. Был турала РИА Новости хәбәр итә.
Путин Егоровтан һалымдарҙы ҡайтарыу тураһындағы ҡарарҙан һуң үҙмәшғүлдәр һанының артыуы менән ҡыҙыҡһынды. Егоров үҙмәшғүлдәр һанының көнөнә биш мең кешегә арта барыуын һөйләне.
Уның һүҙҙәренә яуап итеп Президент әгәр ҙә дәүләт ҡуйылған маҡсаттарын тормошҡа ашырһа, вәғәҙәләрен үтәһә, бының «үҫеш өсөн ыңғай динамика биреүен» билдәләне.
Читайте нас: