«Бөтәһе лә һәйбәт тип һөйләп тороу ярамай. Үҙәктә лә, урындарҙа ла тик яҡшы отчеттар, өндәшмәй ҡалыуҙар бер кемгә лә кәрәкмәй», - тине Путин.
Ул ҡабул ителгән йәки ителмәгән ҡарарҙар өсөн губернаторҙарҙың шәхси яуаплылығы тураһында иҫкә төшөрҙө. Уның һүҙҙәренә ҡарағанда, власть вәкилдәре хәлде контролдә тоторға, медицина хеҙмәткәрҙәре эшендә ярҙам итергә, барлыҡҡа килгән проблемаларҙы, шул иҫәптән дарыуҙар килтереү, дауаханаларҙағы сираттар, ҡатмарлы ауырыуҙарҙы госпиталләштереүҙән баш тартыу кеүек проблемаларҙы оператив хәл итергә тейеш. Президент шулай уҡ медицина ярҙамының ауырыуҙарға ғына түгел, ҡалған пациенттарға ла күрһәтелергә тейешлеген билдәләне.