Йәйғор
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Ноябрь 2020, 11:32

Путин контрсанкциялар ваҡытын оҙайтты

Рәсәй Президенты Владимир Путин Көнбайышҡа ҡаршы контрсанкциялар ваҡытын 2021 йыл аҙағына тиклем оҙайтыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Көнбайышҡа ҡаршы контрсанкциялар ваҡытын 2021 йыл аҙағына тиклем оҙайтыу тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәттең рәсми порталында шәмбе, 21 ноябрҙә баҫтырылды.
Хөкүмәткә был указды тормошҡа ашырыу буйынса саралар күреү, кәрәк булғанда, иҡтисади сикләүҙәр ваҡытын үҙгәртеү буйынса тәҡдимдәр индереү ҡушылды.
Ҡарар Рәсәйҙең милли мәнфәғәттәрен яҡлау маҡсатында ҡабул ителде, тиелә указда.
Тәүге контрсанкцияларҙы Рәсәй 2014 йылдың авгусында Ҡырымдың Рәсәйгә ҡушылыуынан һәм Украинала конфликт башланғандан һуң көнбайыш илдәренең сикләү сараларына яуап итеп индергәйне. Айырып алғанда, Рәсәйгә Евросоюздан, АҠШнан, Австралиянан, Канаданан һәм башҡа илдәрҙән күп кенә аҙыҡ-түлек төрҙәрен индереү тыйыла.
Фото: Алексей Никольский / РИА Новости
Читайте нас: