Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
27 Ноябрь 2020, 11:01

Ҙур проекттарҙы ғәмәлгә ашырыу буйынса фекер алыштылар

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Роснефть" компанияһы башлығы Игорь Сечин менән осрашыу үткәрҙе.

Рәсәй Президенты Владимир Путин "Роснефть" компанияһы башлығы Игорь Сечин менән осрашыу үткәрҙе. Был хаҡта kremlin.ru сайты хәбәр итә.
Һөйләшеү барышында нефть-газ корпорацияһының ҙур проекттарын ғәмәлгә ашырыу хаҡында фекер алыштылар. Шуларҙың береһе - "Восток Ойл". Игорь Сечин был проект менән ҡыҫҡаса таныштырып, уға бүленгән иғтибар һәм ярҙам өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Был проект нәтижәле иҡтисад моделен булдырырға ярҙам иткән.
Читайте нас: