Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
2 Декабрь 2020, 11:29

Путин Дәүләт думаһына чиновниктар өсөн икенсе гражданлыҡты тыйыу тураһында закон проектын индерҙе

Сит ил гражданлығы йәки йәшәүгә рөхсәт булған заттарҙың ҡайһы бер вазифаларҙы биләй алмаясағы билдәләнә.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Дәүләт думаһына дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн икенсе гражданлыҡты тыйыуҙы күҙаллаған закон проектын индерҙе.
Сит ил гражданлығы йәки йәшәүгә рөхсәт булған заттарҙың ҡайһы бер вазифаларҙы биләй алмаясағы билдәләнә. Айырып алғанда, һүҙ дәүләт сере булған мәғлүмәт менән эшләү тейеш булған вазифалар тураһында бара.
Чиновниктар хеҙмәт урындарында Рәсәй гражданлығынан баш тартыу йәки сит илдә йәшәүҙе рөхсәт иткән башҡа документ алыуы тураһында хәбәр итергә тейеш буласаҡ. Шул уҡ ваҡытта тейешле закон үҙ көсөнә ингәндән башлап алты ай эсендә сит ил гражданлығы булмауын раҫламаған дәүләт хеҙмәткәрҙәре эшһеҙ ҡалырға мөмкин.
Читайте нас: