Йәйғор
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Декабрь 2020, 12:15

Путин Рәсәйҙә коронавирустан күләмле вакцинация тураһында иғлан итте

Вакцинаны тәү сиратта табиптар һәм уҡытыусылар алырға тейеш, тип белдерҙе дәүләт башлығы видеоконференция форматындағы кәңәшмә барышында.

Рәсәй Президенты Владимир Путин киләһе аҙнала Рәсәйҙә коронавирустан күләмле вакцинацияны башларға ҡушты.
Вакцинаны тәү сиратта табиптар һәм уҡытыусылар алырға тейеш, тип белдерҙе дәүләт башлығы видеоконференция форматындағы кәңәшмә барышында.
Путиндың һүҙҙәренә ҡарағанда, яҡын көндәрҙә илебеҙҙә етештерелеүсе вакцина күләме ике миллион дозаға етәсәк, был «Спутник V» менән вакцинацияны башларға мөмкинселек бирәсәк. Гамалея исемендәге үҙәктә эшләнгән коронавирусҡа ҡаршы донъялағы беренсе вакцина август айында теркәлгәйне.
Шаршамбы көндө Кремлдең рәсми вәкиле Дмитрий Песков тәү сиратта вакцинацияны рәсәйлеләрҙең үтәсәген, ә РФ территорияһында вакцинаны етештереү уның халҡы мәнфәғәттәрен тәьмин итәсәген белдергәйне.
Читайте нас: