-11 °С
Болотло
Рәсәй Президенты Владимир Путин федераль суд судьяларын тәғәйенләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы.Документ 23 майҙа рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, алты йылға Башҡортостан Республикаһының Арбитраж суды рәйесе итеп Николай Архиереев тәғәйенләнде.
Бынан тыш, Рәсәй Президенты указы менән хәҙер Дәүләкән районы суды рәйесе — Светлана Вяткина, Өфөнөң Калинин районы суды рәйесе урынбаҫары — Марсель Ишкубатов.
Марат Ғәлләмов, Лилиә Кәлимуллина һәм Ирек Сәлимов Башҡортостандың Юғары суды судьялары итеп тәғәйенләнде.