Сирҙе алдан асыҡлау, ваҡытында дауалау сараһын күреү маҡсатында 2013 йылдан беҙҙең илдә халыҡҡа диспансеризация үткәрелә. Ошо йәһәттән Өфө районының 34 медицина учреждениеларында аҙнаһына ике тапҡыр шаршамбы һәм шәмбелә Берҙәм диспансеризация көнөн уҙғарыу ҡаралған.
21-се дауахананың 2-се ҡала клиник поликлиникаһының профилактика бүлеге мөдире Әлиә Солтанова әйтеүенсә, төрлө йәш категорияларына ҡараған район халҡына медицина ҡарауы әүҙем ойошторола. 18 йәштән 39 йәшкә тиклем диспансеризация өс йылға бер тапҡыр, ә 40 йәштән йыл һайын үтеү ҡаралған. Һәр район кешеһе үҙ йәшенә ҡарап, үҙенә ҡағылышлы медицина ҡарауын үҙе теркәлгән урындарҙа, йәғни йәшәгән адресына ярашлы үтергә хаҡлы.
“Һаулыҡ - ҙур байлыҡ” тигән һүҙҙәрҙе йыш ҡабатларға яратһаҡ та, уның асылына сәләмәтлекте юғалтҡас ҡына нығыраҡ төшөнәһең. Ауырыһаҡ та, “үтеп китер әле”, тип йөрөү ҙә күптәребеҙҙең хатаһы. Шуға ла даими рәүештә диспансеризация үтеү етди сирҙәргә юлығыу хәүефен ҡырҡа кәметә.