Йәйғор
+12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Июль 2023, 11:30

Белемдәрҙе – туризмды үҫтереүгә

Иглиндар «Фермер мәктәбе»ндә проекттарын уңышлы яҡланы. 

Белемдәрҙе – туризмды үҫтереүгә
Белемдәрҙе – туризмды үҫтереүгә

18 июлдә «Фермер мәктәбе» белем биреү проектының етенсе ағымы эшен тамамланы. Бында Иглин фермерҙары ла төрлө йүнәлештәр буйынса белем алды. Уҡыуҙар ике дауам итте.

Салауат Хәйретдинов Охлебин ауылында үҙенең умарталығы базаһында туристик үҙәк булдырыу проекты менән «Агротуризм» йүнәлеше буйынса уҡыны. Салауат Нәзир улы үҙ эшмәкәрлеген башлаған да инде. «Умарталарҙа йоҡо» процедураһының уңай йоғонтоһон тойорға һәм яңы бал һатып алырға мөмкин булған беренсе апийорт булдырған.

Таутөмән ауылының «Шылтыраҡ» кооперативы ағзаһы Александра Аритҡолова ғаилә династияһын дауам итеп, «Агротуризм» йүнәлеше буйынса уҡый һәм үҙенең фермер хужалығында туристик объект булдырыу буйынса проектын уңышлы яҡлай. Ул фермер баҡсаһы һәм дарыухана баҡсаһы булдырыу өҫтөндә эшләй.

Шәхси эшҡыуар Ләйсән Фәтҡуллина Иҫке Ҡобау ауылында емеш-еләк хужалығы һәм агротуристик база булдырырға ниәтләй. Ләйсән Марат ҡыҙы «Семирамида баҡсалары» проектын яҡланы.

25 июлдә «Фермер мәктәбе» уҡыусылары ауыл хужалығы йүнәлеше буйынса дәүләт өлгөһөндәге диплом алды. Был документ субсидиялар һәм ауыл хужалығы министрлығы гранттарын алғанда балл өҫтәй.

Мәктәп тамамлаусыларҙың алған белемдәре һәм күнекмәләре проекттарын тормошҡа ашырырға ярҙам итер, тип ышынабыҙ

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Фермер мәктәбе» – ул «Россельхозбанк», Башҡортостан республикаһының ауыл хужалығы министрлығы һәм Башҡорт дәүләт аграр университеты тарафынан әҙерләнгән һәм хупланған уҡытыу проекты, унда даими рәүештә яңы эш башлаған агробизнесмендарҙы бушлай уҡытыу үткәрелә.

Читайте нас: