Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Патриотик рухта йәшәгән яҡташтар - оло ғорурлыҡ

Нуриман районының Исмәғилев исемендәге Байгилде ауыл лицейы директоры Салауат Исмәғилев «Атайсал» проектында ҡатнаша. Салауат Ришат улы Ватанды һаҡлауҙа һәләк булған ауылдаштарына һәйкәл ҡуйырға ниәтләй.

Патриотик рухта йәшәгән яҡташтар - оло ғорурлыҡ
Патриотик рухта йәшәгән яҡташтар - оло ғорурлыҡ

Бөтәһенә лә билдәле булыуынса, 2023 йыл Башҡортостанда “Кесе Ватан өсөн файҙалы эштәр” йылы тип иғлан ителде. Әлбиттә, был теләгәндәргә үҙенең ауылы, районы, ҡалаһы өсөн һәйбәт һәм кәрәкле эштәр ҡылыу мөмкинлеге бирә.

Нуриман районының Исмәғилев исемендәге Байгилде ауыл лицейы директоры Салауат Исмәғилев «Атайсал» проектында ҡатнаша. Салауат Ришат улы Ватанды һаҡлауҙа һәләк булған ауылдаштарына һәйкәл ҡуйырға ниәтләй.

«Атайым Исмәғилев Ришат Сәлих улы - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан, һуғышты ул Брест ҡәлғәһендә ҡаршы алған һәм ҡаты яраланған. Беҙҙең ғаилә һуғышта ҡатнашыусыларҙы онотмай һәм Тыуған иле өсөн ғүмерен биргәндәрҙе хөрмәт итә. Беҙ яҡташтарыбыҙ хаҡында хәтерҙе һаҡларға теләйбеҙ, шуға күрә Ватанды һаҡлағанда һәләк булған Байгилде ауыл биләмәһендә йәшәүсе 600-ҙән ашыу кешенең исем - фамилиялары  менән гранит плитаға уйып яҙылған һәйкәл ҡуйырға булдыҡ», - тип һөйләне Салауат Ришат улы.

Нуримандар урындағы башланғыстарға һәр саҡ ярҙам итергә әҙер патриотик рух менән йәшәгән яҡташтары менән һәр саҡ ғорурлана.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: