"Ҙур эшкә ҡағылышыбыҙ булғанда, беҙ бергә көслөрәк", - ти Благовещендың «Әкиәт» 15-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре һәм тәрбиәләнеүселәре. Бәләкәй балалар ата-әсәләре менән берлектә һалдаттарыбыҙ өсөн посылкалар йыя, хаттар яҙа һәм һүрәт төшөрә, блиндаж шәмдәр эшләй.
Мәктәпкәсә учреждение хеҙмәткәре Людмила Решетникова өйҙә маскировка селтәрҙәрен туғандары менән бергә бәйләй. Был еңел булмаған эштә Юлия Алферова, Наталья Иванова, Оксана Веревкина һәм башҡалар уға ҙур ярҙам күрһәтә.
Балалар баҡсаһы педагогтары «Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ» бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашырға саҡырыуға яуап биргән тәрбиәләнеүселәрҙең ғаиләләренә рәхмәтле. Әүҙем тормош позициялы, иманлы һәм яҡшы киләсәккә өмөтлө кешеләр булғанда берҙәм эштәр һәр саҡ алға барыр тип иҫәпләй.