Яңы «Йылы өйҙәр» арт-объекты Благовещен ҡалаһындағы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы территорияһында урынлашҡан.
Уны “Кванториум” балалар технопаркы тәрбиәләнеүселәре, шул иҫәптән һаулығы яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар яһаған һәм буяған. Бер яҡтан сағыу, иғтибарҙы үҙенә йәлеп иткән инсталляция килеп сыҡһа, ә икенсе яҡтан бәлки был өйҙәрҙә бер ни тиклем ваҡытҡа ҡоштар ҙа оя ҡорор әле...
- Бындай саралар йәш быуын вәкилдәрендә фекерләү процестарын, күҙ хәтерен һәм ваҡ моториканы үҫтерергә ярҙамлаша. Ә иң ҡиммәтлеһе, балаларҙың һәм уларҙың ата-әсәләренә шатлыҡ һәм йылмайыу бүләк итә. Беҙ йәшәйештә был проекттарҙың мөһимлеген асыҡ аңлайбыҙ һәм Сибур ирекмәндәренә матур, сағыу, кәрәкле проекттары өсөн рәхмәт белдерәбеҙ,- ти Сибур ирекмәне һәм проект авторы Александр Коньков.
Сибурҙың «Яҡшы эштәр формулаһы» программаһы арҡаһында Благовещен ҡалаһы көндән-көн яҡшыра, сағыуыраҡ була бара! Был яңы арт – объект та – благовещендарҙың изге ниәтле башланғысы.