Ә бына Благовещен районы Илек ауылы халҡының дәртенә бер кем дә шикләнмәй, «Атайсал» программаһы сиктәрендә улар ундан ашыу проектты тормошҡа ашырҙы. Мәҫәлән, 400 мең һумдан ашыу аҡса йыйып, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн «УАЗ-Патриот» һатып алдылар. Урындағы эшҡыуар Илдар Әйүпов менән ауыл хакимиәте башлығы Динар Батршин шәхсән яугирҙарға автомобилде алып барып тапшырҙы. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Илдар Салауат улы мәктәп, ауыл клубы һәм спорт майҙансығы биләмәләрен кәртәләү өсөн ағас материалдары бирҙе. Бынан тыш, спорт майҙансығы территорияһына һибеү өсөн бер машина йөгө ҡырсынташ та һатып алды. “Илек” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте лә барса эштәрҙә оло әүҙемлек күрһәтә.
- Ауыл халҡы үҙ көсө һәм аҡсаһы менән мәсет һәм зыярат биләмәләрендәге ҡойманы алмаштырҙы, шулай уҡ унда хужалыҡ кәрәк-ярағын һаҡлау өсөн вагон ҡуйҙы. Бынан тыш һыу башняһы ла ремонтланды. - Тораҡ пункттарҙа таҙалыҡҡа һәм тәртипкә айырыуса иғтибар бүләбеҙ. Даими рәүештә өмәләр үткәрәбеҙ. «Йәшел Башҡортостан» акцияһында әүҙем ҡатнашабыҙ. - Ауыл мәҙәниәт йорто биләмәһендә алма, ҡара емешле миләш, ҡарағай ултырттыҡ. Ә биштиндәр «Хәтер баҡсаһы» акцияһында ҡатнашты. Улар Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған һәр яҡташыбыҙ иҫтәлегенә йүкә ағастары ултыртты. Муниципаль конкурстарҙа еңеүҙәребеҙ ҙә ҡыуандыра. Әгәр былтыр икенсе урын алһаҡ, быйыл «Иң төҙөк ауыл» конкурсында беренсе урын алдыҡ, - тип уртаҡлаша ауыл Советы башлығы Динар Батршин. - Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер ташландыҡ йорттар ауыл урамдарының йөҙөн боҙа. Беҙ уларҙың хужаларына мөрәжәғәт итәбеҙ, әммә әлегә һөҙөмтәһеҙ. Уларҙың беҙҙе ишетеренә ышанам, сөнки был күренеш ауылды йәмһеҙләй, шулай уҡ янғын хәүефе лә бик көслө.
- Ауылдағы проблемалар ҡыйыҡтан юғарыраҡ, тиҙәр, әммә улар яйлап хәл ителә. Беҙҙе уратып алған бәләкәй быуалар менән киләсәктә нимә буласағы өсөн борсолам. Бөгөнгә улар бөтөнләй ҡороған. Элек колхоздар булған саҡта быуаларҙы тәрәнәйтә инеләр. Әлбиттә, был маҡсатҡа бөгөн бюджет аҡсаһын бүлеү мөмкин түгеллеген аңлайбыҙ. Ә беҙ бит ҡасандыр унда балыҡ тотҡанбыҙ, һыу ингәнбеҙ. Әммә иң мөһиме, янғын һүндереүселәр ҡайҙа һыу йыйыр? - ти Фәнүс Зәйдуллин.
- Беҙҙе, пенсионерҙарҙы, фельдшер-акушерлыҡ пунктында фельдшер булмауы ла борсой. Аҙнаһына бер тапҡыр, әлбиттә, табип килә, әммә был ғына етмәй. Нисек кенә булмаһын, тыуған ауылыбыҙҙа йәшәү яҡшы!
- Ауылда кадрҙар етешмәй. Әгәр йәш белгестәр Иҫке Илек ауылына эшкә килергә ҡарар итһә, урындағы властар уларҙы торлаҡ менән тәьмин итергә әҙер. Ауыл халҡы әйтеүенсә, тағы бер проблема - алкоголь продукцияһы менән законһыҙ сауҙа итеү. Был проблеманы ла хәл итергә тырышабыҙ. Эйе, ауылда уларҙы кемдең һатҡанын беләбеҙ, әммә бер ни ҙә эшләй алмайбыҙ, сөнки “Тотолмаған – ҡараҡ түгел”. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре менән бергә контроль һатып алыуҙар ойошторабыҙ, әммә һатып алыусылар һатыусыларҙы «һатмай».Тырыш, уңған ауыл халҡы бергә эшләп кенә ҡалмай, ял да итә белә. Мәҫәлән, йыл һайын ауыл һәм Ҡорбан байрамдары, концерттар үткәрелә. Бер ҙур ғаилә булып йәшәйбеҙ, кәрәк саҡта бер-беребеҙгә ярҙам да итә беләбеҙ, - тип һөйләй Динар Замирович, оло ғорурлыҡ менән.
Халыҡтың үҙ-ара аңлашыуы һәм ярҙамы менән һәр ауылды, һәр урамды матурыраҡ, уңайлыраҡ итергә мөмкин. Районыбыҙҙың һәр тораҡ пунктының нисек буласағы дөйөм тырышлыҡтан һәм халыҡтан ғына тора.