Төйәгемә күҙ ташлаһам,
Хәүефтәрем ҡуҙғала.
Зифа ҡамышын һарғайтып,
Һыуҙар кәмей донъяла.
Эсер һыуҙар ҙа ҡороһа,
Донъябыҙҙан ни ҡала?
А. Игебаев.
Халыҡ шағирын хафаландырған эсер һыу мәсьәләһе йылдан йыл тәрәнәйә барған кеүек. Быйыл Ҡариҙел йылғаһының кимәле бер ҡасан да күҙәтелмәгәнсә түбән булды. Яҙын ярҙарынан сығып, тирә-яҡты баҫып аҡҡан йылға күтәрелмәне лә. Билдәле булыуынса, ағым булмағанда йылғаны ләм, үлән баҫа, кислородтың аҙайыуы һәм был бөтә тереклектең кәмеүенә килтерә. Киләсәктә һыу мәсьәләһе тик киҫкенләшә генә барасаҡ. Тимәк, беҙгә булғанын һаҡларға, йылға, инештәр тураһында хәстәрлек күрергә, таҙа һыуҙы самалап тотонорға кәрәк икәне көн кеүек асыҡ.
Нуриман районының Иҫке Күл ауылындағы “Ағын шишмәһе” нән бер ваҡытта ла кеше өҙөлмәй. Урындағы халыҡ та, күрше ауылдыҡылар ҙа, юлсылар ҙа ошо инештең тәмле һәм йомшаҡ һыуына өҫтөнлөк бирә. Элегерәк шишмә янына төшөүе бер аҙ уңайһыҙыраҡ ине, сөнки ул тәрән соҡорҙан ағып сыға. Иҫке Күлдә тыуып үҫкән Флорид Рифҡәт улы Низаев башланғысы менән быйыл “Ағын шишмәһе” эргәһе бөтөнләй үҙгәрҙе, күркәмләнде. Флорид Рифҡәт улының бала сағы үткән тыуған йорто инештән алыҫ түгел. Ғүмер буйы Себер тарафтарында эшләгән ир-егеттең үҙе һыуын эсеп үҫкән шишмәһен төҙөкләндереү хыялы күптән булғандыр. Уның ҡасандыр бергә уйнап үҫкән тиҫтерҙәре Минһажев Фәнит Ғәйетҡол һәм Хәйерзаманов Вәкил Вәжетдин улдары ла был изге эшкә ихлас ҡушыла. Улар шишмәгә төшөү өсөн тимерҙе иретеп йәбештереп, баҫҡыс, аҫылмалы күпер эшләй. Ауылдаштар ҙа ситтә ҡалмай, сығанаҡтың тирә-яғына түтәлдәр эшләй, сәскәләр ултырта. Был урынға йәм биреп ҡарағай, ҡайын үҫентеләре ерегеп тә киткән.
- Әле атҡараһы эштәр бар әле. Киләһе йылға шишмәне тимер ҡойма менән уратып алырға иҫәп бар, - ти Вәкил Вәжетдин улы.
Теләктәр изге. “Ағын шишмәһе” хәстәрлекле ир-уҙамандар ярҙамында яңы һулыш алды.