Йәйғор
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн эшҡыуарҙар хәйриә байрамы ойошторҙо

Сарала район хакимиәте башлығы Анна Карабанова ла ҡатнашты

Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн эшҡыуарҙар хәйриә байрамы ойошторҙо
Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн эшҡыуарҙар хәйриә байрамы ойошторҙо

Бөгөн ҡаланың Төньяҡ биҫтәһендә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн эшҡыуарҙар хәйриә байрамы ойошторҙо. Сарала район хакимиәте башлығы Анна Карабанова ла ҡатнашты.
"Балалар-беҙҙең байлығыбыҙ. Улар өсөн эшләйбеҙ һәм йәшәйбеҙ, пландар төҙөйбөҙ, яҡшыға өмөтләнәбеҙ. Балаларҙың бәхет һәм шатлыҡтан «күҙҙәре янһын», хыялдары тормошҡа ашһын өсөн күп эштәр башҡарған һәр кешегә рәхмәт, - тине Анна Николаевна.
Бәләкәй Зарина Мөхәмәҙиеваның әсәһе әйтеүенсә, бындай рәсми булмаған осрашыуҙар, күңелле ваҡыт үткәреү саралары, кескәйҙәрҙең башҡа балалар менән уйнауы, аралашыуы әсәйҙәргә ял итеү мөмкинлеге бирә.
"Изге эштәр - ул ябай кешеләр тыуҙырған мөғжизә. Һәм уларҙы башҡарыу беҙҙең һәр беребеҙ өсөн бик мөһим. Бының өсөн кешегә сихри таяҡ та, сихри тылсым да кәрәкмәй. Ысын әкиәтте битараф булмаған йөрәк кенә булдыра ала", - тип билдәләне ойоштороусылар.

Автор:Лира Батыргәрәева.
Читайте нас: